Башҡортостанда матур датала 525 пар өйләнешкән28.07.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда матур датала 525 пар өйләнешкән

Матур датала – 2025 йылдың 25 июлендә республикала 525 пар ғаилә ҡорған. Был турала Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле хәбәр итә.


Өфө ЗАГС-тары 119 никах теркәгән. Күпселек туйҙар Киров (26), Совет (17), Ленин һәм Орджоникидзе (15-шәр) райондарында үткән.


Республикала теркәлгән никахтар һаны буйынса беренсе урында – Нефтекаманың ЗАГС бүлеге (28 никах), артабан Белорет килә (20 пар), өсөнсөлә – Благовещен (19 пар). Райондар араһынан әбйәлилдәр бик әүҙем (15 никах), икенсе урында – Шишмә районы (14 яңы ғаилә).


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-28/v-bashkirii-v-zerkalnuyu-datu-pozhenilis-525-par-4329021



Вернуться назад