Республика урмандарында янғынға бәйле хәл тыныс ҡала28.07.2025
Фото: Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

Республика урмандарында янғынға бәйле хәл тыныс ҡала

Башҡортостанда тәүлек эсендә бер урман һәм ландшафт янғыны ла теркәлмәгән, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 2025 йылдың башынан дөйөм майҙаны 26 гектарҙан ашыу ерҙә 11 урман янғыны һәм бөтәһе 1200 гектарҙан ашыу майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 307 осрағы булған.


Бынан алда Башинформ Көйөргәҙе районында ҡоро үлән яныуы тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-28/pozharnaya-obstanovka-v-lesah-bashkirii-ostaetsya-spokoynoy-4328471



Вернуться назад