Айнурҙың бәхетен кем урлаған?26.06.2012
Айнур (исеме үҙгәртелде) ҡараңғылыҡ шаршауы төшә башлаған тәҙрәнән күҙен алмай. Бына нисәнсе көн инде ул тилмереп әсәһен көтә. Бөгөн уның тыуған көнө, әсәһе, һәр саҡ һөйләшеп торорбоҙ, тип кеҫә телефоны алып килергә вәғәҙә бирҙе, ә үҙе һаман юҡ. Иң мөһиме – Айнур әсәһен бик-бик һағынды, уның тауышын ишетеп, ҡуйынына һыйыныу, ҡәҙерле кешеһе менән аралашыу ине теләге.

Тәрбиәселәр балаларҙы йоҡларға әҙерләй башланы, ә әсәһе һаман юҡ... Ун йәшлек был малай — Шулған приютында йәшәүсе 25 баланың береһе.
...Айнур ғәҙәти ғаиләлә, ата-әсәһенең берҙән-бер балаһы булып иркәләнеп кенә үҫеп килә ине. Яҡындары эргәһендә үткән тыуған көндәре әле лә күҙ алдында. Уйынсыҡтар, матур-матур кейемдәр, өҫтәлдәге тәмле-татлы кәнфит-торттар. Быларҙы нисек онотаһың?!
Атаһы юл фажиғәһендә вафат булғас, тормоштары селпәрәмә килде. Әсәһе бик тиҙ үҙгәрҙе, улын онотто, эшенән ҡыуылды. Ҡара хәсрәтен шешә менән баҫа башлағас, өйҙөң йәме китте. Баштараҡ Айнур иҫереп ауған әсәһен төрткөләп уятырға, мәктәптә алған яҡшы билдәләре менән күңелен күтәрергә тырышты. Әммә файҙаһыҙ, әсәһе улы барлығын онотҡан тиерһең, тоноҡ күҙҙәрен аҡайтып, мыңғырлауҙан ары китмәне. Ул уны төрлөсә өгөтләп тә, ялынып та ҡараны. “Минең яралы йөрәгемә берҙән-бер дауа — араҡы!” — тип яуапланы әсә.
Бер көндө мәктәптән ҡайтҡан Айнур өйөнә инә алманы. Оҙаҡ шаҡыны, әммә ишек асыусы булманы. “Әсәйем тағы иҫереп йоҡлағандыр”, — тип әрнеп уйланды бала. Ихатала тапанды, урам буйлап йөрөп тә килде, көн кискә ауышты, тағы ишек ҡаҡты, тик ул асылманы. Был хәл йыш ҡабатлана башланы. Ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә илап ултырған Айнурҙы полиция лейтенанты күреп ҡала.
Шулған социаль приютына малай бына шулай килеп эләкте. Кем өсөндөр өс ай бер миҙгел генә тойолор, әммә бында ваҡыт бик әкрен үтә. Айнур өсөн дә шулай. Ул аҡыллы, аралашыусан бала, яҡшы билдәләргә генә уҡый, спорт ярыштарында ҡатнаша, музыка менән мауыға, түңәрәктәргә йөрөй. Әммә күңелендә – бушлыҡ, йәнендә — боҙ һалҡынлығы. Айнур әсәһен, ҡасандыр балҡып торған нурлы өйөн һағына. Һирәк кенә күренгеләгән ғәзизе һуңғы килеүендә эшкә урынлашыуы һәм эсеүен ташлаясағы тураһында әйтеп, күңеленә өмөт һалды. Их, ысын булһа ине был!
Өс йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн приюттағы яралы яҙмыштың береһе ул Айнур. Уларҙың барыһы ла әсәһенең йылы йомшаҡ ҡулдарын, ул бешергән тәмле-татлы аш-һыуҙы, ата наҙын, хәстәрен һағына, яҡындарының осҡонланып торған, айырым бер яғымлылыҡ менән баҡҡан нурлы күҙҙәрен төштәрендә күреп уяна. Һәр кем был донъяға бәхет өсөн тыуа. Ул быға хаҡлы ла. Приют балаларына, шул иҫәптән Айнурға, үҙ йорттарына, ата-әсәһенә әйләнеп ҡайтыуҙарын йәки башҡа хәстәрлекле ғаилә табыуҙарын теләр инем.
Зөлфиә ҒӘЛӘҮЕВА,
ХI класс уҡыусыһы.
Тәтешле районы,
Шулған ауылы.


Вернуться назад