Башҡортостанда июль аҙағына тиклем ямғырлы һауа торошо һаҡлана
Башҡортостанда йәйҙең икенсе айының аҙағы ямғырлы була, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.
Бөгөн, 28 июлдә, ямғыр, көнсығыш райондарҙа көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан. Көндөҙ һауа +18, +23°йылына.
29 июлдә, шишәмбе, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә термометр бағанаһы +10, + 15° күрһәтә. Көндөҙ +20, +25°.
Шаршамбы, 30 июлдә, көн ямғырлы була. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә +12, +17°, көндөҙ иһә +21, +26°.