Республикала көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә25.07.2025

Республикала көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә

Башгидромет алдағы өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы.

Йома, 25 июлдә, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа көндөҙ +22, +27° тиклем йылына.


Шәмбе, 26 июлдә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +19, +24°.


Йәкшәмбе, 27 июлдә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +17, +22°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-25/v-bashkirii-v-vyhodnye-ozhidaetsya-neznachitelnoe-poholodanie-4325772



Вернуться назад