Башҡортостандың туризм министры Туризмды үҫтереү үҙәгенә бәйле хәлгә асыҡлыҡ индерҙе25.07.2025
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Башҡортостандың туризм министры Туризмды үҫтереү үҙәгенә бәйле хәлгә асыҡлыҡ индерҙе

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы башлығы Зөһрә Гордиенко Туризмды үҫтереү үҙәге етәкселеген ҡулға алыуға бәйле хәл-ваҡиғаларға үҙ фекерен белдерҙе.

«Ошо хәлдәр, һис шикһеҙ, республика имиджына һәм туризм тармағына йоғонто яһай. Әле тәфтиш саралары бара һәм ғәйепләүҙәрҙең дөрөҫмө-юҡмы икәне тураһында һөйләү иртәрәк, барыһын да суд хәл итә тип иҫәпләйем», — тине Зөһрә Гордиенко.


Министр һүҙҙәренсә, Башҡортостан туризмы күп төрлө һәм йылдам үҫешә.


«Тик, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, тармаҡ үҫешә тип иҫәпләйем. Дәүләт ярҙамы менән яңы объекттар төҙөлдө һәм тағы ла төҙөләсәк. Туризмды үҫтереү үҙәге менән күңелһеҙ хәл килеп тыуҙы, шулай ҙа тикшереү һәм суд һөҙөмтәләрен көтәбеҙ, эште дауам итәбеҙ, яҡшыраҡ һәм намыҫ менән эшләрбеҙ», — тип билдәләне ул.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә көс структуралары хеҙмәткәрҙәре Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаевты, шулай уҡ үҙәк етәксеһе Руслан Юнысовты һәм «Проект офисы» ойошмаһы етәксеһе Илнур Ҡыуатовты ҡулға алды. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, уларҙы айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бүленгән миллионлаған һум аҡса туҙҙырыуҙа ғәйепләйҙәр.


Милли проект сиктәрендә 27 миллион һумдан ашыу аҡса урлау тураһында енәйәт эше судҡа ебәрелгән, тип яҙғайны «Башинформ».


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-25/glava-minturizma-bashkirii-prokommentirovala-zaderzhanie-funktsionerov-otrasli-4325805



Вернуться назад