Башҡортостанда һауа торошо боҙола
Йәшен йәшнәүе, томан төшөүе көтөлә.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 25 июлдә республиканың көньяҡ-көнсығышында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана. Йәшен йәшнәүе, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +18, +23°.
Башинформ хәбәр иткәнсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғыр яуыу ихтималлығы һаҡлана.