XII “Мәғариф. Фән. Карьера – 2012” махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар республикабыҙҙың уҡыу йорттары тураһында бай мәғлүмәт алды. Айырыуса Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы бындай сарала йыл да ҡатнаша, иң ҡыуаныслыһы: “Алтын өкө” конкурсында бер нисә йыл буйы I урынды яулайҙар.
– Беҙҙең педагогтар иҡтисад, хоҡуҡ һәм социаль тәьминәт, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре йүнәлешендә студенттарға төплө белем бирә, – тип һөйләй педагогия фәндәре кандидаты, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы директоры Сәйфетдин Ҡунысбаев. – Уҡыу йортоноң 80 йыллыҡ тарихының булыуы күп нәмә тураһында һөйләй, тимәк, бай тәжрибәгә эйәбеҙ. Яңы алымдар буйынса уҡытыуға күптән күстек. Федераль дәүләт белем биреү стандартын, бәлки, тәүге тапҡыр ишетмәйҙәрҙер. Егет һәм ҡыҙҙар әле үк ҡайһы предприятиеға эшкә барасаҡтары хаҡында алдан белгәс, һәр береһе үҙендә оло яуаплылыҡ тоя, шуға ла бөтөн көсөн уҡыуға бирә. Тағы ла бер яңылыҡты телгә алмаҡсымын. Мәҫәлән, “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” специальносы буйынса белем эстәүселәр, уҡыуҙың төп программаһынан айырмалы, кассир һөнәрен дә үҙләштереү мөмкинлегенә эйә. Уҡыу программалары тулыһынса хеҙмәт баҙары талаптарына яуап бирә.
IX класты тамамлаусылар математика һәм урыҫ теленән имтихан тапшыра, ә XI кластан һуң килеүселәр математика, урыҫ теленән тест һорауҙарына яуап бирә йәки Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса уҡырға алына.
Уҡыу йорто етәкселеге абитуриенттарға еңеллек тыуҙырыу маҡсатында республикабыҙҙың район һәм ҡалаларына сығып документтар ҡабул итеүҙе яйға һалған.