Өфөнән күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды
Тейешле указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Наталия Викторовна Шельдяева – Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевтың хәләл ефете. Улар биш бала тәрбиәләй. Ғаиләлә үҙ-ара ихтирам, татыулыҡ хөкөм һөрә.
Күп балалы парҙарҙы бүләкләү тантанаһы 11 июлдә Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә уҙҙы.
«Беҙҙең өсөн ғаилә – бер-беребеҙҙе яратыу, балаларыбыҙ һәм үҙ-ара аңлашып йәшәү», — тине Шельдяевтар бүләкләүҙән һуң.