Башҡортостанда дүртенсе көн 25 йәшлек Илсинә Юлыеваны эҙләйҙәр
Баймаҡ районынан 25 йәшлек Илсинә Юлыеваны туғандары һәм дуҫтары эҙләй: ҡыҙҙан 21 июлдән алып бер хәбәр ҙә юҡ. Әле эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡушылған.
Илсинәнең яҡын әхирәте Гөлсөм һөйләүенсә, ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр Сибай ҡалаһының автовокзалында күргәндәр. Ул автобусҡа ултырып, тыуған ауылы Байышҡа юлланырға тейеш була.
— Ул Мәскәүҙә эшләп йөрөй ине, Сибай ҡалаһы ҡайтып бара ине. Шул кистә дуҫтарыбыҙҙың береһе уны автовокзалға алып барып ташланы. Киске сәғәт 7-се яртылар тирәһендә автобусҡа өлгөрөүе тураһында яҙған. Шул ваҡыттан алып мобиль телефон эшләмәй, өйгә лә ҡайтып етмәгән, — ти Сибай ҡалаһында йәшәүсе Гөлсөм.
Илсинә Юлыева быға тиклем юғалып йөрөмәгән. Дуҫтары уны тик яҡшы яҡтан телгә ала. Борсоуға ҡалған туғандары полицияға мөрәжәғәт иткән, бер көн элек эҙләүгә ирекмәндәр ҙә ҡушылған. Ҡыҙ ысынлап та «Сибай - Баймаҡ» автобусына ултырғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡларға тура киләсәк. Сөнки Илсинәнең яҡын дуҫы уның тыуған ауылына ҡайтып етмәүенә шикләнә.
Хәбәрһеҙ юғалған 25 йәшлек Илсинә Юлыеваның билдәләре: буйы 154 см, уртаса кәүҙәле, һарғылт сәсле, ҡара йәшел күҙле. Юғалған көндө ул аҡһыл көрән төҫтәге комбинезон һәм аҡ кроссовка кейгән.