Роналду Сибайға йыйына26.06.2012
Роналду Сибайға йыйынаПортугалияның билдәле футболсыһының Башҡортостанға килеүе ихтимал. Бында уның һөйгәне Ирина Шейктың өләсәһе йәшәй. Был көндәрҙә футбол һөйөүселәр “зәңгәр экран”дарҙан Европа чемпионатын ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Сибайҙарҙы Рәсәйҙең йыйылма командаһының уңышһыҙлығы бер аҙ көйөндөрһә лә, улар телевизор янынан әлегәсә китергә ашыҡмай.

Хәҙер Сибай халҡын Португалия командаһының капитаны Криштиану Роналду нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Ни өсөнмө?! Сөнки донъяға билдәле футболсының һөйгән ҡыҙы Ирина Шейктың бала сағы таусылар ҡалаһында уҙа. Уның өләсәһе Ғәлиә Шәйхисламова — Сибайҙың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Фронтовик әхирәттәр” клубының иң әүҙем ағзаһы. Һуғыш йылдарында ул өсөнсө Украина фронтында разведчик була, Бөйөк Еңеүҙе Австрияла ҡаршылай. Ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар Сибай элеваторында эшләй. Бөгөн 88 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, Ғәлиә Ғәйнислам ҡыҙының хәтере яҡшы, ейәнсәре менән көн дә тиерлек телефон аша һөйләшеп тора.
Роналду Сибайға йыйынаБерҙән-бер улы ҡаланың иң сибәр ҡыҙы Ольгаға өйләнә. Йәштәр Силәбе өлкәһенең Еманжелинск ҡалаһында төпләнә. Буласаҡ топ-модель шунда тыуа. Ирина матурлыҡ конкурстарында ҡатнашып, Мәскәүгә тиклем барып етә, Рәсәй кимәлендә билдәле була, һуңынан сит илдәрҙе яулай. Нью-Йоркта иһә үҙенең фамилияһын ҡыҫҡартып, Ирина Шейк булараҡ танылыу таба.
Ғәлиә Шәйхисламова әйтеүенсә, ейәнсәре уның йәш сағын хәтерләтә: йөҙ-ҡиәфәте менән уға тартҡан. Яҙмыштың әсеһен-сөсөһөн татыған, һуғыш ауырлыҡтарын кисергән өләсәй ейәнсәренең бар донъяға билдәле булыуы менән сикһеҙ ғорурлана. Биш йыл элек Сибайға килеп, Ирина уға үҙенең һөйгән егете — Криштиану Роналду тураһында һөйләгән.
Бөгөн иһә Ирина Шейктың тиҙҙән һөйгәнен өләсәһе һәм туғандары менән таныштырырға алып ҡайтырға йыйыныуы билдәле. Киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителеүенсә, йәштәр 12 июлдә никахлашырға тейеш ине. Әммә Иринаның өләсәһе әйтеүенсә, был дата ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки туғандары буласаҡ кейәү менән танышмайынса һәм ризалыҡ бирмәйенсә, йәштәр өйләнешә алмай. Тимәк, тиҙҙән Сибайға билдәле футболсының килеүе бик ихтимал. Йәне теләгән йылан ите ашаған, тигәндәй, һөйгән йәрең өсөн дә сит ерҙәргә барыу бер ни тормай шул...
К. ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад