Баш ҡалала Мәшғүҙә Булатова 100 йәшлек юбилейын билдәләне23.07.2025
Фото: Илвир Нурдәүләтов, телеграм

Баш ҡалала Мәшғүҙә Булатова 100 йәшлек юбилейын билдәләне


Тыл эшсәне Мәшғүҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Булатова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Йөҙйәшәр инәй тураһында Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

Ул 1925 йылдың 23 июлендә Саҡмағош районының Яңы Мортаза ауылында тыуған. Бала сағы һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш йылдарына тура килә. Йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын колхозда башлай.  Баҫыуҙа тир түгә, сөгөлдөр утай, бесәнен дә саба... Һуңынан Өфөгә күсеп килә, ғаилә ҡора. Тормош иптәше Ғүмәр бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Мәшғүҙә инәй улы менән ҡыҙын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Оҙаҡ йылдар сәс киҫеүсе булып эшләй. Бик күп миҙалдары һәм рәхмәт хаттары бар, хеҙмәт ветераны. Хәҙер уны 5 ейән-ейәнсәре һәм 4 бүлә-бүләсәре һөйөндөрә. 


«Олпат йәштә булһа ла, Мәшғүҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы бирешмәй. Инәйҙе улы Марат һәм килене Лилиә тәрбиәләй. Улар уға лайыҡлы йәшәү шарттары тыуҙырған, – тине район башлығы. – Йөҙйәшәргә ҡоростай һаулыҡ, туғандары һәм яҡындары менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйем!»


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-23/ufimka-mashguda-bulatova-otmetila-100-letniy-yubiley-4323702



Вернуться назад