Мутлашыусылар район башлыҡтарының ялған аккаунттарын булдырған23.07.2025
Фото: Гүзәл Насирова/ТГ-канал

Мутлашыусылар район башлыҡтарының ялған аккаунттарын булдырған

Мутлашыусылар Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондары хакимиәттәре башлыҡтары исеменән ялған аккаунттар булдырған һәм ватсапҡа ялған хәбәрҙәр ебәрә башлаған. Был хаҡта муниципалитет етәкселәре социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.


 «Бишенсе көн инде миңә кешеләр мутлашыусылар менән яҙышҡандан һуң ошондай скриншоттар ебәрә. Уяу булығыҙ! Мутлашыусылар менән аралашмағыҙ», — тип билдәләне Гүзәл Насирова.


Мутлашыусыларҙан Саҡмағош районы башлығы Реканс Ямалеевтың ялған аккаунты аша ла шикле хәбәрҙәр килгән. Ул район халҡына уның менән социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәнән бәйләнешкә сығырға тәҡдим иткән.


Ҡырмыҫҡалы районы башлығы Әлфир Сабиров та сит номерҙарҙан шылтыратыуҙарға һәм хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа, шәхси һәм йәшерен мәғлүмәт менән бүлешмәҫкә саҡыра.


Бынан алдараҡ «Башинформ» ватсапты һәм телеграмды мутлашыусыларҙан нисек һаҡлау тураһында яҙғайны. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-23/moshenniki-sozdali-feykovye-akkaunty-glav-treh-rayonov-bashkirii-4323181

Фото: Реканс Ямалиевтың телеграм-каналы


Вернуться назад