Башҡортостанда һуғыш йылдары йырҙарына клип төшөргәндәр22.07.2025

Башҡортостанда һуғыш йылдары йырҙарына клип төшөргәндәр

Баймаҡ музыканттары үҙҙәренең сығышын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнаған.

Баймаҡ районы йәштәре һуғыш йылдары йырҙарына клип төшөргән. Музыкаль клипты төшөрөүҙә Түбә ауылынан МХО яугире Илшат Мәҡсүтов (әле яҡташыбыҙ яраланғандан һуң реабилитация үтә) һәм музыкант, Бөтә Рәсәй баянсы-аккомпаниаторҙар конкурстары лауреаты Илшат Абдрахманов ҡатнашҡан, тип хәбәр итә «Баймаҡ хәбәрҙәре» гәзите.


«Шул тиклем күңел һалып һәм оҫталыҡ менән башҡарылған сығыш. Минеңсә, ул илһөйәрлек өлгөһө һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихтирам билдәһе булып тора. Афарин һеҙгә! Киләсәктә ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын!» — тип Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың һүҙҙәренә килтерә гәзит.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-22/v-bashkirii-snyali-klip-na-pesni-voennyh-let-4321874



Вернуться назад