Башҡортостандан биш табип «Йылдың иң яҡшы табиптары» исеменә лайыҡ булды
Башҡортостандың биш табибы «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошондай ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
Бына улар:
Республикабыҙҙан тағы ике белгес, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан табип-эндокринолог Нажиә Шәмсетдинова һәм Республика балалар клиник дауаханаһы педиатры Гөлнара Яҡупова конкурс призерҙары иҫәбенә инде.
«Ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был еңеү – табиптарыбыҙҙың һөнәри оҫталығын йәнә бер тапҡыр раҫлай, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәйер, мин быға бер ҡасан да шикләнмәнем».