Башҡортостанға тропик ямғырҙар килә
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә. Шул уҡ ваҡытта температура шаҡтай юғары булып ҡала.
Шишәмбе, 22 июлдә, урыны менән көндөҙ һауа +24, +29° тиклем йылына. Бер аҙ ямғыр, көндөҙ йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө.
Шаршамбы, 23 июлдә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшенле, көндөҙ локаль ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +22, +27°.
Кесаҙна, 24 июлдә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшенле, көндөҙ ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +22, +27°.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-22/v-bashkiriyu-pridut-tropicheskie-dozhdi-4321198