Республиканың ашығыс хеҙмәттәре халыҡҡа мөрәжәғәт итте21.07.2025
Фото: Ксения Калинина

Республиканың ашығыс хеҙмәттәре халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Һүҙ янғын һәм һыу хәүефһеҙлеге тураһында бара.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 21-24 июлдә республиканың көньяҡ-көнсығышында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ошо турала иҫкәртә.


Бынан тыш, республика халҡының телефондарына һыуҙа үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге тураһында смс-хәбәр килде.


«Һыу объекттарында иғтибарлы булығыҙ! Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ! Тел: 112!» — тиелә хәбәрҙә.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы һәм йылы булыуы фаразлана.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-21/ekstrennye-sluzhby-bashkirii-obratilis-k-grazhdanam-s-preduprezhdeniyami-4320052



Вернуться назад