Башҡортостан Башлығы Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне
Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә легендар Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның бөтә донъя исемлегенә индереүгә өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне.
— Был мөһим тарихи ваҡиға, ҙур яуаплылыҡ, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Рәсәйҙән 34 объект ошо исемлеккә инде. Ошо оло ваҡиға уңайынан барыһын да ҡотлайым!
Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.
«Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директорының ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары Раян Әхмәтйәнов, ғилми-тикшеренеү бүлеге мөдире Нәркәс Әминева, «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы» ғилми хеҙмәткәре Ольга Червяцова, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡманова Башҡортостан Башлығының Маҡтау грамоталарын алды.
— Был беҙҙең дөйөм еңеү! — тине Данир Ғәйнуллин. — Беҙ һис һүҙһеҙ танылыу алдыҡ. Әммә беҙ юлдың башында ғына, инфраструктураны тәртипкә килтерәбеҙ. Ярҙамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!