Көнсығыш телдәре берләшә23.06.2012
Көнсығыш телдәре берләшәМ. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында Көнсығыш телдәре кабинеты асылды. Тантанала “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.

Аҡмулланың васыятына тоғролоҡ һаҡлап, педагогия университетында элек-электән телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, унда үткән быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт-төрөк бүлеге булдырылып, уңышлы эшләгәйне. Төркиәнән килгән йәштәр биш йыл буйына башҡорт тиҫтерҙәре менән бергә белем алды, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашты. Һөҙөмтәлә улар беҙҙең телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы, тормош шарттарын үҙенекеләй ҡабул итеп, һәр яҡлап һәләтле белгес булып Көнсығыш телдәре берләшәсыҡты. Башҡорт студенттарын Төркиәгә сәйәхәткә алып бара торғайнылар.
— Яҡын киләсәктә ошо башланғысты дауам итергә ниәтләйбеҙ, — тиҙәр башҡорт филологияһы факультетында. — Сентябрҙән ғәрәп һәм төрөк теле өйрәнеләсәк киске мәктәп эшләй башлай. Ә киләһе йылда башҡорт-төрөк һәм башҡорт-ҡытай бүлектәрен асырға уйлайбыҙ.
Университетта татар теле һәм әҙәбиәте ныҡлы өйрәнелә, иран, Көнсығыш мәҙәниәттәре, поляк теле һәм мәҙәниәте кабинеттары бар. Былтыр булдырылған Этно-мәҙәни белем биреү институты ла уңышлы эшләй.
Көнсығыш телдәре берләшәБашҡорт филологияһы факультетының кабинеттары заманса йыһазландырылған. Интернет аша Башҡортостандағы, сит илдәрҙәге уҡыу йорттары менән даими бәйләнештә тороу мөмкинлеге бар.
— Башҡорт филологияһы факультетында республикала киң танылыу алған ғалимдар эшләй, — тине педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин. — Улар башҡорт халҡының күренекле әҫәрҙәрен Көнсығыш телдәренә тәржемә итеүҙә ҡатнаша, туғандаш милләттәрҙең ғалимдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Раил Мирвай улы “ТӨРКСОЙ” ойошмаһының төрки халыҡтарының телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереү, нығытыуҙа ҙур ролен билдәләне һәм БДПУ-ла уның кафедраһын асыу фекерен әйтте. Дюсен Касеинов был тәҡдимде ҙур хуплау менән ҡабул итте.
— Бындай үҙәк хеҙмәттәшлекте бермә-бер нығытасаҡ, ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ, — тине ул.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад