Борай районында йәшәүсе егет МХО-ға юлланған
Борай районынан бөгөн бер ил һаҡсыһын МХО-ға оҙатҡандар. Район башлығы Рушан Гәрәев социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, хакимиәт геройҙың ғаиләһенә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.
«Яуға юлланған яугир — үҙ иленең ысын патриоты. Район халҡы исеменән яугирға ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, тиҙ арала өйөнә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ», — тип яҙған Рушан Гәрәев.