Башҡортостанда аварияла әсәһен юғалтҡан сабыйҙы ҡотҡаралар
Балтас районында йәш ярымлыҡ ҡыҙ әсәһе һәм апайҙары менән бергә аварияға осрай. Уның әсәһе урында һәләк булған, апайҙары әлеге ваҡытта дауаханала.
Фажиғә 29 июндә Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлында булғайны. "Лада Гранта" юлда төшөп китеп түңкәрелә, 38 йәшлек ҡатын, водитель, фажиғә урынында һәләк була. Машинала уның өс ҡыҙы һәм һеңлеһе була, ҡыҙҙар иҫән ҡала, әммә төрлө тән йәрәхәттәре ала. Уларҙың өсәүһе Бөрө дауаханаһында.
Йәш ярымлыҡ ҡыҙға операция яһайҙар. Реанимациянан һуң бәпес нейрохирургия бүлегенә күсерелә, хәҙер уны «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәре ҡарай. Әле сабыйҙың өләсәһе ерләү эштәрен ойоштороу менән мәшғүл, тип хәбәр иттеләр фондтан.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бала ҡараусылар дауаханаларҙа ҡарауһыҙ ҡалған һәм ташландыҡ "Беҙҙең балалар" проекты буйынса махсус иғәнәләр ярҙамында ғына эшләй. Ярҙамды фондтың сайты аша күрһәтергә мөмкин.