Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан04.07.2025
Фото: Ксения Калинина

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Уға лотереяла уңыш йылмайған.

Башҡортостанда кемгәлер уңыш йылмайған. 72,2 миллион һумлыҡ суперприз уйнатыу йомғаҡтары буйынса еңеүсе республикабыҙҙа йәшәй. Әлегә уның кем икәне билдәһеҙ. Лотерея призёры отошто алыу өсөн мөрәжәғәт итмәгән.


Ул билетты сайттың мобиль версияһында 60 һумға һатып алған.


Башҡортостанда йәшәүселәр йыш ҡына ҙур суммала аҡса ота. Мәҫәлән, март айында кемдер 15,2 миллион һум отһа, бер ғаилә 50 миллион һум аҡса алған.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдан Рәсәйҙә бөтә лотереялар дәүләт лотереялары булып тора һәм Федераль һалым хеҙмәте контроле аҫтында үткәрелә. Уларҙан килемгә һалым түләргә кәрәк (13%, ә әгәр килем 5 миллион һумдан юғары булһа, 15%).


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-04/zhitel-bashkirii-vyigral-72-2-mln-rubley-4302306



Вернуться назад