Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр мәғлүмәттәренә ярашлы, 5 июлдә урыны менән йәшен йәшнәүе, йәшен ваҡытында елдең секундына 16 метрға етеүе көтөлә. Төндә һәм иртән юлдарҙа урыны менән томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Һауа температураһы төндә +10,+15°, көндөҙ +23,+28°.
Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостан урмандарында бер нисә кешенең юғалыуы тураһында яҙғайны.