Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте03.07.2025
Фото: Ксения Калинина

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте


Республикала һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, йома, 4 июлдә, аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, төндә тиҙлеге секундына 3-8 метр, көндөҙ 9-14 метрға етеүе ихтимал.


Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +18,+23°.


Юлдарҙың айырым участкаларында томан ваҡытында 500-1000 метрҙан, көндөҙ ямғыр яуғанда 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-03/mchs-po-bashkirii-predupredilo-o-livnyah-i-grozah-4300788



Вернуться назад