Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла03.07.2025

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура эфир үткәрә.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика халҡы баш табиптар менән тура эфирҙа көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға һәм медицина учреждениеларының эшен яҡшыртыу өсөн кире бәйләнеш ҡалдырырға мөмкин.


Башланғыс медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреүгә, халыҡ һәм медицина ойошмалары араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыуға йүнәлтелгән.


Телекүперҙәр үткәреү датаһы һәм ваҡыты дауаханаларҙың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә баҫылып сыға, тип өҫтәнеләр ведомствола.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала ашығыс ярҙам машиналары пациенттар менән бәйләнеш өсөн QR-кодтар менән йыһазландырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-03/v-bashkirii-zapustyat-telemosty-s-glavnymi-vrachami-bolnits-respubliki-4300347



Вернуться назад