Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла02.07.2025
Фото: Олег Яровиков

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә компенсациялана. Был хаҡта муниципалитет башлығы Зәбир Ғабдуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
 

Шулай уҡ маҡсатлы килешеү буйынса уҡыған студенттарға – 3 мең һум стипендия, эшкә урынлашҡанда айлыҡ өҫтәмә түләү ҡаралған. Бынан тыш, йәш табиптар өҫтәмә һөнәрҙәр буйынса ҡайтанан әҙерлек үтергә мөмкин, тренажер залдарына һәм бассейндарға ташламалар бар. Уларҙың балаларына мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындар бүленә.


Ғабдуллин мәғлүмәттәре буйынса, Мәләүез үҙәк район дауаханаһы урта звено медицина хеҙмәткәрҙәре менән 62% тәьмин ителгән.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-02/v-rayone-bashkirii-pridumali-mery-podderzhki-dlya-medrabotnikov-4298868



Вернуться назад