Мәскәүҙә һабантуй ойошторола02.07.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

5 июлдә Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй була. Милли байрам Мәскәү, Башҡортостан һәм Татарстан хөкүмәттәре ярҙамында уҙғарыла, тип хәбәр итте ойоштороусылар.


Быйыл байрам Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арнала. Геройҙарға арналған күргәҙмә эшләй, «МХО яугирҙәренә хаттар» акцияһы, маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелә. Рәсәйҙең ДОСААФ майҙансығында илебеҙҙең хәрби даны тарихы менән танышырға, ҡорал күргәҙмәһен ҡарарға, парашют йыйырға һәм дрондар менән идара итергә өйрәнергә мөмкин.


Һабантуйҙың төп сәхнәһендә билдәле артистар, бейеү һәм музыкаль коллективтар сығыш яһай. Мәскәү һабантуйының махсус ҡунаҡтары – Заһир Зәйнетдинов (ZAINETDIN), Фирдүс Тямаев, «Бишбармаҡ» оркестры, Ғаяз Ғәйетбаев, Айгөл Әсәҙуллина һәм башҡа популяр йырсылар.


Быйыл милли көрәш майҙансығында тамашасыларҙы 15 илдән иң көслө спортсылар ҡатнашлығында көрәш һәм ҡырғыҙ көрәшенең финал алыштары көтә. Шулай уҡ турнир ойошторола, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.


Ҡунаҡтар боронғо башҡорт һәм татар ауылдары биләмәләрен ҡарап сыға ала. Халыҡ уйындары һәм милли һөнәрселек әйберҙәре йәрминкәләре ойошторола. Башҡортостандан Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондары ҡатнаша. Байрамдың йәш ҡунаҡтары өсөн балалар һабантуйы ла була.


Донъя халыҡтары аш-һыуы майҙансыҡтарында милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә мөмкин. «Яҡшы күршеләр урамында» баш ҡалала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың сатырҙары менән күп милләтле программа ҡаралған.  


Ҡунаҡтарҙы Мәскәү мосолмандарының Диниә назаратынан көнүҙәк темаларға сығыштар менән бай лекторий программаһы көтә.


«Коломенское» музей-ҡурсаулығында байрам майҙансыҡтарының эш ваҡыты: 11.00-22.00.


12+


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-02/v-moskve-proydet-sabantuy-4298460



Вернуться назад