Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан02.07.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Өфөлә бер ғаилә туғандарына төп бүләккә өҫтәп аҙыҡ-түлек магазинынан бер нисә лотерея билеты һатып алған, әммә уларҙы яҡындарына тапшырырға онотҡан. Бер нисә көндән һуң ғына улар ошо хаҡта иҫтәренә төшөргән һәм отош һөҙөмтәләрен ҡарау өсөн үҙҙәренә ҡалдырырға булған. «Столото» мәғлүмәттәре буйынса, 1623-сө тираж барышында яҡташтарыбыҙ 857 143 һум отҡан.


Аҡсаны ғаилә автокредитты һәм ипотеканы ҡаплау өсөн тотонорға хәл иткән.


Бынан алдараҡ Башҡортостандан лотерея еңеүсеһе аҡсаны нимәгә тотоноуы хаҡында һөйләгәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-02/semya-iz-bashkirii-vyigrala-v-lotereyu-po-krupnomu-4298539



Вернуться назад