Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне02.07.2025
Фото: Ришат Мансуровтың социаль селтәрҙәре

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне

Шишмә районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Был хаҡта район башлығы Ришат Мансуров социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Солтан Хәйҙәров Шишмә районының Бикәй ауылында тыуған. Йәштән үк уға Бөйөк Ватан һуғышының ҡаты һынауҙарын үтергә тура килә. Еңеүҙән һуң Солтан Хәмәтғәле улы үҙен тыуған ерендә тыныс хеҙмәткә бағышлай.


«Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бөйөк дәүерҙең берҙән-бер шаһиты Хәйҙәров Солтан Хәмәтғәли улын бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлау өсөн МХО биләмәһенә гуманитар сәфәрҙән айырыуса тулҡынланыу менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Һөйөклө хәләл ефете менән 74 йыл татыу ғүмер иттеләр, өс баланы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Солтан Хәмәтғәли улының тормош юлы – батырлыҡ, рух көсө һәм Ватанға тоғролоҡ символы!» — тип яҙа Ришат Мансуров.


Ветеран 100 йәшлек юбилейын туғандары һәм яҡындары менән билдәләне. Уның өсөн Алкин-2 ауылынан 12-се айырым гвардия инженер Кёнигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡ бригадаһының хәрби оркестры, район мәҙәниәт йорто артистары һәм уҡыусылар сығыш яһаны. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-01/v-bashkirii-edinstvennyy-veteran-chishminskogo-rayona-otprazdnoval-100-letie-4297677



Вернуться назад