Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә01.07.2025
Фото: Валерий Шахов

Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә

Һауа шарттары боҙола.

Башгидрометүҙәктә 1 июлдән 10-на тиклем уртаса һауа температураһының аномаль булыуын фаразлайҙар. Ошо осорҙа республикала уртаса температураның норманан 1° түбәнерәк булыуы көтөлә.


Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2 июлдә төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +19, +24°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-01/pervaya-dekada-iyulya-v-bashkirii-budet-anomalnoy-4297179



Вернуться назад