Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Киләһе аҙнала эштәр планлаштырыла.
7, 8, 9 июлдә төнгө сәғәт берҙән таңғы бишкә тиклем Көнсығыш сығыу юлы ябыла. Был юл хәрәкәте менән автоматлаштырылған идара итеү системаһын монтажлау өсөн кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.
Салауат Юлаев проспекты, М- 5 «Урал» федераль юлы яғынан һәм Федоровка янында бөтә инеү урындары ябыла.
Ошо ваҡытта трафик аҙ, тип билдәләнеләр транспорт министрлығында. «Подрядсы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эштәрҙе тамамларға тейеш. Водителдәрҙән ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм юлға сығыр алдынан ошо сикләүҙе иҫәпкә алыуҙарын һорайбыҙ», — тинеләр ведомствола.