2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була01.07.2025
Фото: Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының телеграм-каналы

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2026 йылға байрам һәм ял көндәре календары проектын әҙерләгән. Ҡарар проекты йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарылған, тип хәбәр итә министрлыҡтың телеграм-каналы.


Илдең хеҙмәт министры Антон Котяков һүҙҙәренсә, йыл һайын хөкүмәт байрам көндәренә тура килгән ял көндәрен күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә.


«Шуға бәйле яңы йыл каникулдары 12 көн була (2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем). Киләһе йылда биш тапҡыр 3 көнлөк ялдар көтөлә: февралдә, мартта, майҙа ике тапҡыр  һәм июнь айында билдәләнгән Рәсәй көнөндә», — тине Антон Котяков.


Бынан тыш, рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙналары һәм өҫтәмә ял көндәре көтә:


— февралдә 3 көн рәттән ял итәбеҙ: 21 февралдән 23-нә тиклем;


— мартта шулай уҡ өс көнлөк ял көндәре: 7 марттан 9 мартҡа ҡәҙәр;


— майҙа ике тапҡыр 3 көн ял итәбеҙ: 1 майҙан 3-өнә тиклем һәм 9 майҙан 11-ға хәтлем;


— июндә йоманан йәкшәмбегә тиклем ял: 12 июндән 14-нә тиклем;


— ноябрҙә шаршамбы, 4 ноябрь, ял көнө;


— 31 декабрь ял көнө була.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-01/12-dney-novogodnih-kanikul-i-ne-tolko-kak-budem-otdyhat-v-2026-godu-4296813


 


 



Вернуться назад