Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән30.06.2025

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика күҙәтеүе тарихында иң түбән күрһәткес булып тора.

Республикала сабыйҙар үлеме кимәле тарихи минимумға етте, тип белдерҙе Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.


«Тыуым түбән булған осорҙа сабыйҙар үлемен кәметтек, былтыр — 4, хәҙер 3,5, ә элегерәк 6,2 промилле ине», — тине ведомство етәксеһе.


Бынан алдараҡ Башинформ һуңғы өс йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме осраҡтарының 18% кәмеүен хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-30/v-bashkirii-zafiksirovan-istoricheskiy-minimum-mladencheskoy-smertnosti-4295520



Вернуться назад