Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана30.06.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 30 июндә, урыны менән йәшенләп бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +19, +24°.


Шишәмбе, 1 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән көслө ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә +10, +15°, көндөҙ +18, +23°.


Шаршамбы, 2 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +19, +24°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-30/v-bashkirii-prognoziruyutsya-kratkovremennye-dozhdi-s-grozami-4294794



Вернуться назад