Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә27.06.2025

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

27 июндә киске сәғәт 11-ҙән Өфөнөң Пугачев урамында транспорт хәрәкәте өлөшләтә ябыла. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр.


Билдәле булыуынса, сикләү Сочи урамы менән киҫешкән урындағы юлдың яртыһында сиратлап индерелә. Был саралар кабель һуҙыу һәм реконструкциялау менән бәйле.


Сикләү 28 июнгә таңғы 6-ға тиклем ғәмәлдә ҡала.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-27/v-ufe-ogranichat-dvizhenie-po-ulitse-pugacheva-4292531



Вернуться назад