Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте27.06.2025
Фото: Ксения Калинина

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 28 июндән 3 июлгә тиклем республиканың күпселек райондарында ямғыр, урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәүе, боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин.


Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу ташыуы, гидротехник ҡоролмаларға ағымдың артыуы, уйһыу ерҙәрҙе һыу баҫыуы ихтимал.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда ял көндәре ямғырлы була.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-27/mchs-bashkirii-predupredilo-grazhdan-o-vozmozhnyh-podtopleniyah-iz-za-dozhdey-4292804



Вернуться назад