Марфа инәйгә – 100 йәш
Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уны оло юбилейы менән тәбрикләне.
«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һеҙ Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөгөҙҙө һалдығыҙ, һуғыштан һуң илде тергеҙеүгә тос өлөш индерҙегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем! Артабан да шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, яҡындарығыҙҙың хөрмәтен тойоп, бәрәкәтле ғүмер кисерегеҙ», — тип яҙа Марат Заһиҙуллин.
Бынан алда «Башинформ» һуғыш ветераны Таис Колышевҡа 100 йәш тулыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-26/zhitelnitse-bashkirii-ispolnilos-100-let-4291792