Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән26.06.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Матур датала — 2025 йылдың 25 июнендә — Башҡортостан ЗАГС бүлектәрендә 245 никах теркәү тантанаһы уҙған.


Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө никахтарҙың күбеһе Өфөлә теркәлгән: 15-е — Киров районының ЗАГС бүлегендә, 9-ҙы — Совет районының ЗАГС бүлегендә, 7-һе — Калинин районының ЗАГС бүлегендә. Республика буйынса беренсе урында Октябрьский ҡалаһы, унда 17 пар өйләнешкән, икенсе урында Нефтекама – 15 пар, өсөнсөлә иһә Стәрлетамаҡ – 12 пар.


«Ошо матур датала ғаилә ҡорған йәштәр оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер итһен! Уларға ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт, сабыйҙары тыуыуын, именлек теләйем!» — тип яҙа Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов үҙенең телеграм-каналында.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-26/v-bashkirii-v-krasivuyu-zerkalnuyu-datu-zaregistrirovali-245-brakov-4291486



Вернуться назад