Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана26.06.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана

+24° тиклем йылыта.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, кесаҙна, 26 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы +19,+24° тиклем күтәрелә.


Йома һәм шәмбе, 27 һәм 28 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән елдең көсәйеүе фаразлана. Төндә +9,+14°, көндөҙ +16,+21°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-26/v-bashkirii-prognoziruetsya-dozhdlivaya-pogoda-4290828



Вернуться назад