Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды25.06.2025
Фото: видеонан скриншот

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Башҡортостанда аттестат тапшырыу көнө билдәләнде. 27 июндә – туғыҙынсылар, ә 28 июндә ун беренселәр өсөн сығарылыш кисәләре ойошторола.


Бөгөн мэрияның оператив кәңәшмәһендә Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин ошо турала һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, быйыл 9-сы һәм 11-се кластарҙы 17 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай.


«Сығарылыш уҡыусылары парады-2025» 28 июндә «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында була.


Мэр Ратмир Мәүлиев хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә һәм ашығыс ярҙам бригадаларының дежурлығын ойошторорға ҡушты.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-06-25/stali-izvestny-daty-vypusknyh-dlya-9-i-11-klassov-v-ufe-4290285



Вернуться назад