Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы
Башҡортостанда 54 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған табип-отоларинголог, фониатр Наил Ғабдуллинға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» тигән исем бирелде. Ҡала советының сираттағы ултырышында депутаттар бер тауыштан ошондай ҡарар ҡабул итте.
Наил Талха улы 1946 йылда тыуған, БДМУ-ны тамамлаған, һуңынан Мәскәү ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы фониатрия буйынса махсус курс үткән.
1975 йылда республика клиник дауаханаһында фониатрия хеҙмәтен ойоштора һәм уны етәкләй. Табип һөнәре телмәр һәм тауыш менән бәйле булғандарға ярҙам күрһәтә.
Наил Талха улы – медицина фәндәре кандидаты, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» (1995 йылдан) һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» (2005 йылдан).
Хәҙер Башҡорт опера һәм балет театрында табип-фониатр булып эшләй, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында ҡабул итә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Арт-квадрат» хужаһы Рөстәм Әбделмәновтың «Өфөнөң почетлы гражданы» исемен алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.