Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды25.06.2025
Фото: pravitelstvorb.ru

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла.

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә Бүздәк − Саҡмағош − Дүртөйлө юлының алты участкаһында ремонт эштәре бара. Әлеге ваҡытта трассаның 14 саҡрым япмаһы яңыртылған. Хәҙер юлсылар юл ситтәрен нығыта.


Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлынан тәүлегенә 3,6 меңдән ашыу автомобиль үтеп китә. Ул Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондары ауылдарын М-5 «Урал» һәм Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассалары, М-12 «Көнсығыш»ҡа инеү юлы менән тоташтыра.


Хәбәр иткәнебеҙсә, быйыл милли проект сиктәрендә Башҡортостандың 280 саҡрым терәк юл селтәре төҙөкләндерелә.


https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2025-06-25/v-bashkirii-obnovili-14-km-dorogi-buzdyak-chekmagush-dyurtyuli-4289588



Вернуться назад