Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә
Республикаға сираттағы атлантик циклон яҡынлаша.
Аҙнаның тәүге яртыһында Башҡортостанда һауа шарттары ҡыҫҡа ваҡытҡа яҡшыра. Синоптиктар һүҙҙәренсә, был юғары республика биләмәһенә юғары баҫымдың йоғонто яһауына бәйле. Яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һауа температураһы +3,+9° тиклем түбәнәйә, 25 июндә көндөҙ +19,+24° ҡәҙәр күтәрелә.
Аҙнаның икенсе яртыһында сираттағы атлантик циклон йәнә һауа торошоноң боҙолоуына килтерә. Ваҡыты менән күк күкрәп, урыны менән ҡойма ямғыр, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +17,+22°. Ял көндәрендә һалҡын һәм ямғырлы була.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндең өсөнсө декадаһында ғәҙәттәгенән 2° һалҡыныраҡ булыуы көтөлә.