Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне23.06.2025

Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне

Быйыл Федераль почта элемтәһенең республика идаралығына 30 йыл тула.

Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығына 30 йыл тулыуға бәйле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров почта хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә республиканың маҡтаулы исемдәрен һәм наградаларын тапшырҙы. Тантана хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында уҙҙы.


«Һеҙҙең эшегеҙ халыҡ өсөн бик мөһим. Барыбыҙҙың исеменән һеҙгә ҙур рәхмәт», — тине Башҡортостан Башлығы. Яңыраҡ Ғафури районының Родина ауылынан Зилә Романова «Ауыл почтальоны» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы, тип иҫкә төшөрҙө ул. Яҡташыбыҙға Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.


«Эшебеҙгә юғары баһа өсөн рәхмәт, — тине Зилә Романова. — Шулай уҡ Мәскәүгә барырға һәм еңергә ярҙам иткән етәкселеккә һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре профсоюзына, минең өсөн тауыш биргәндәргә рәхмәт белдерәм».


Мәләүез районының Йомағужа ауылы почтальоны Елена Кузич та шундай уҡ награда алды.


Ишембай районынан Эльвира Ғәбдрәхимова һәм Нефтекаманан Альбина Ниғмәтуллина «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе» исеме менән бүләкләнде.


Рәсәй почтаһы водителдәре Александр Кирсановҡа һәм Эльмир Хисамовҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» исеме бирелде.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-23/radiy-habirov-nagradil-rabotnikov-pochty-4287246



Вернуться назад