Башҡортостан Башлығы Хәтер һәм Ҡайғы көнөнә бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө23.06.2025

Башҡортостан Башлығы Хәтер һәм Ҡайғы көнөнә бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө

22 июндә Рәсәйҙә иҫтәлекле дата – Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн тураһында иҫкә төшөрҙө.

— Әлбиттә, был фажиғәле көндө беҙ бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ошо уңайҙан илебеҙҙә бик күп хәтер саралары үтте. Күңелһеҙ дата. Белеүебеҙсә, һуңынан 4 йылдан ашыу барған һуғыш һәм тиҫтәләрсә миллионлаған ҡорбан, — тине Радий Хәбиров.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостанда йәшәүселәрҙең «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыуы һәм Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы иҫкә алыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-23/glava-bashkirii-napomnil-o-sobytiyah-dnya-pamyati-i-skorbi-4287241


 




 



Вернуться назад