Дәүләт Думаһы республиканың мәктәптәрҙә тәмәке тартҡан өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын хупланы18.06.2025
Фото: Валерий Шахов

Дәүләт Думаһы республиканың мәктәптәрҙә тәмәке тартҡан өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын хупланы

Дәүләт Думаһы балалар баҡсалары һәм мәктәп биләмәләрендә тәмәке тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә тәҡдим иткән федераль закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы. Закондар сығарыу башланғысының авторы – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.


Бының өсөн әлеге 500-1500 һум штрафты 2000-3000 һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, был бәлиғ булмағандар араһында тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш, сөнки күптәр мәктәптә уҡығанда уҡ тартып ҡарай. Проблема бик етди, билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй уҡыусыларының яҡынса 60% тәмәке тарта.


Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң төҙәтмәләр индерелә башланы, һуңынан документ икенсе уҡыуҙа ҡарала.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-18/gosduma-odobrila-zakonoproekt-bashkirii-o-shtrafah-za-kurenie-v-shkolah-4279978



Вернуться назад