Башҡортостан фермеры етештергән сыр халыҡ-ара күргәҙмәлә алтын миҙалға лайыҡ булды18.06.2025
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө

Башҡортостан фермеры етештергән сыр халыҡ-ара күргәҙмәлә алтын миҙалға лайыҡ булды

Йәнбирҙиндар ғаиләһенең «Башҡорт кәзәһе» крәҫтиән-фермер хужалығы Мәләүез районында урынлашҡан. Лиана һәм Эдуард Йәнбирҙиндар 100 баштан ашыу инглиз-нубий һәм заанен тоҡомло кәзә тота, улар беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡан. Бында эремсек, ҡаймаҡ, сыр, шул иҫәптән оҙаҡ һаҡланған үҙенсәлекле сырҙар етештерелә.


Мәләүез районының бизнес-шерифы Альберт Таймасов Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөндә яҙыуынса, производствола антибиотиктар һәм консерванттар ҡулланылмай, ә хайуандар яҡшы шарттарҙа аҫрала.


2024 йылда эшҡыуар махсус ҡорамалдар һатып алыу өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алған, был иһә продукцияны әҙерләү һәм һаҡлау сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән. 2025 йылдың мартында фермерҙар Cheese Expo 2025 халыҡ-ара сыр етештереүселәр күргәҙмәһендә ҡатнашты. Конкурсҡа Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан 72 етештереүсенән төрлө сыр өлгөләре тәҡдим ителде. Башҡортостан сыр ҡайнатыу хужалығы кәзә һөтөнән ҡаты сыр өсөн алтын миҙалға лайыҡ булды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-17/fermerskiy-syr-iz-bashkirii-udostoen-zolotoy-medali-mezhdunarodnoy-vystavki-4279524



Вернуться назад