Баш ҡалала Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата саралар ойошторола18.06.2025

Баш ҡалала Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата саралар ойошторола

1941 йылдың 22 июне – Рәсәй тарихында иң ҡайғылы көндәрҙең береһе. Тап ошо көндә Германия һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзына баҫып инде. Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бер нисә сара үткәрелә.

Мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 22 июнь таңында һәйкәлдәргә һәм мемориалдарға сәскә һалыу тантанаһы була. Улар янында курсанттар, хәрби-патриотик клубтар һәм кадет кластары тәрбиәләнеүселәре «Хәтер вахтаһы»на баҫа.


20-22 июндә ҡала парктарында һәм скверҙарында «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола. Төрлө быуын вәкилдәре ҡаһарман ата-бабаларына хөрмәт белдерергә, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан яугирҙәрҙең батырлығын иҫкә алырға йыйыла, шәмдәр ҡабыҙа. Совет майҙанында сара 22 июндә төнгө 2-лә була. Уны Өфө хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ойоштора (6+). 


Башҡортостан рустары соборы ла ошо акцияға ҡушыла һәм өфөләрҙе 20 июндә иртәнге 11-ҙә Мөбәрәков урамындағы Юнармеецтар скверына саҡыра. Бында шулай уҡ һуғыш йылдары шиғырҙары һәм йырҙары яңғырай (6+).


Үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтарында, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ҡаһарманлыҡ дәрестәре, класс сәғәттәре, викториналар, лекциялар үткәрелә, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы саҡырып, нәфис һәм документаль фильмдар ҡарау ойошторола (6+).


Бынан алдараҡ «Башинформ» республика халҡын «Хәтер шәме» онлайн-акцияһында ҡатнашырға саҡырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-17/v-ufe-ko-dnyu-pamyati-i-skorbi-proydyot-ryad-meropriyatiy-4279042



Вернуться назад