Рәсәйҙә студенткаларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар арттырыла18.06.2025

Рәсәйҙә студенткаларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар арттырыла

Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа студенткаларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар күләмен арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Был юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмаларында һәм ғилми ойошмаларҙа уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының телеграм-каналы.


Башланғыс Рәсәй президентының йөкләмәләрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Документта түләүҙәрҙе һәр төбәктең эшкә һәләтле халҡының йәшәү минимумына тиклем күтәрергә тәҡдим ителә. Шулай итеп, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның уртаса күләме 90 202 һум булырға тейеш. Әле бындай пособие стипендия күләмендә түләнә һәм 23 мең һумдан артмай.


«Буласаҡ әсәйҙәргә, балалы йәш ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк. Уларҙың именлеге кимәлен күтәреү — төп бурыстарҙың береһе. Илебеҙҙә балалы, шул иҫәптән ишле ғаиләләр һаны артырға тейеш. Халҡыбыҙҙы һаҡлау ҡалыу шуға бәйле, был иһә дәүләттең, көслө Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе», — тигәйне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала етем балаларға түләүҙәрҙе 16,6% арттырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-18/v-rossii-studentkam-uvelichat-posobiya-po-beremennosti-i-rodam-4280097



Вернуться назад