Рәсәйҙә дәүләт сервистары менән берләштерелгән мессенджер булдырыла18.06.2025
Фото: Олег Яровиков

Рәсәйҙә дәүләт сервистары менән берләштерелгән мессенджер булдырыла

Федерация Советы сервистар менән берләштерелгән милли мессенджер булдырыуҙы хупланы.

Ҡулланыусылар һанлы платформа ярҙамында ҡунаҡханаларға урынлашҡанда йәки магазиндарҙа йәште раҫлағанда шәхесен раҫлай, килешеүҙәр төҙөү өсөн көсәйтелгән цифрлы ҡултамғаны файҙалана ала.


Рәсәй белгестәре әҙерләгән мессенджер Рәсәйҙең программа тәьминәте реестрына индерелә. Федерация Советында белдереүҙәренсә, сервис «сит ил мессенджерҙарына хәүефһеҙ һәм конкурентлыҡҡа һәләтле альтернатива» булмаҡсы.


Бынан алдараҡ Өфөлә түләүле парковкалар буйынса махсус чат-бот эшләй башланы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-18/v-rossii-sozdadut-messendzher-ob-edinennyy-s-gosservisami-4280289



Вернуться назад